Мәҙәниәт
26 Апрель 2021, 05:46

Мистер Ишембай асыҡланды!

Күптән көтөп алған ваҡиға - “Мистер Ишембай – 2021” ҡала конкурсының финалы үтте. Был титул өсөн ӨДАТУ-ның Ишембай филиалынан, Ишембай нефть колледжынан, ҡаланың төрлө мәктәптәренән алты егет көрәште.

Үҙҙәре менән таныштырыу, төрлө әҙәби геройҙар образын сағылдырыу, жюри һорауҙарына яуап биреү, хатта яратҡан ризыҡтарын бешереүҙә лә үҙҙәренең һәләтен күрһәттеләр. Әйткәндәй, финалға саҡлы улар спорт өлкәһендә лә көс-таҫыллыҡтарын һынаны.
Егеттәр араһында бәйге шул итиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс барҙы. Сәхнәлә береһе лә юғалып ҡалманы. Йыр- бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, спортта һәр өлкәлә һәләтле булып сыҡтылар.
Гран-приҙы Ишембай нефть колледжы студенты Владислав Сорокин яуланы!
Конкурс тураһында тулы репортажды гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.
Читайте нас