Мәҙәниәт
26 Апрель 2021, 12:48

Күңел йыры кеүек шиғриәт тә...

Ишембай Үҙәк китапханаһында “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә “Серле шиғриәт донъяһы” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Башҡорт тарихы йылына арнап ойошторолдо.

Ишембай Үҙәк китапханаһында “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә “Серле шиғриәт донъяһы” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Башҡорт тарихы йылына арнап ойошторолдо.
Осрашыуҙа шағирә, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Тамара Искәндәриә, шағир, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, философия фәндәре кандидаты Нурлан Ғәниев, дүрт шиғырҙар йыйынтығы авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлиә Кәлимуллина ҡатнашты. Тәбрикләү һүҙҙәре менән Ишембай районы муниципаль районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова сығыш яһаны. Тамара Ишбулды ҡыҙы яҡташтарына милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың әсәһенә арналған “Аҙнабикә” тарихи поэмаһының тарихы тураһында һөйләне, үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашты, яңы шиғри йыйынтығынан шиғырҙарын уҡыны.
Осрашыуға Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәтулла Юлдашев килә алмағайны. Шулай ҙа алып барыусылар тамашасыларҙы уның ижады менән таныштырып үтте, ә шағирҙың тормош иптәше Тамара Искәндәриә Хисмәтулла Хәсән улының бер нисә шығырын да уҡып ишеттерҙе. Залда ултырыусыларҙың күптәре йәш шағир Нурлан Ғәниевтың исемен тәүге тапҡыр ишетте һәм уның ижады менән дә ентекле танышты.
- Бөгөн ишембайҙар менән асыҡ, күңелгә үтеп инерлек һөйләшеү булды. Йөкмәткеле осрашыуҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ, - тине Нурлан Рәшит улы. Ғәлиә Кәлимуллина ла сарала ҡатнашыусыларға “Ҡотҡарырға ине ҡояшты” шиғри йыйынтығынан бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ҡунаҡтарға үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләп ҡыуандырҙы.
Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең үҙешмәкәр артистары һәм “Башҡорт йыры” конкурсы еңеүсеһе Рәфис Ишбаевтың музыкаль номерҙары шиғри байрамға бәҫ өҫтәне.


Автор фотолары.
Читайте нас