Үпкәләргә әҙер торам,
Тик тормайым. Сабырһыҙ.
Бына-бына ҡабынырмын-
Бар булмышым - ҡатын-ҡыҙ.
Мин - ҡатын-ҡыҙ, наҙҙан ғына
Тулышып тора затым.
"Көсһөҙ" тиһәләр ҙә күптәр,
Һис тә эйелмәй башым.
Уҫал ҡағылып ҡуймағыҙ,
Күҙ йәшенә - бер сиртеү.
Бар булмышым үҙ-үҙемде
Асылмаҫлыҡ сер итеү.