Мәҙәниәт
24 Апрель 2021, 07:35

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә Биксән урта мәктәбенең "Тирмәкәй" мәктәпкәсә төркөмөндә бик күңелле, сағыу конкурс - "Һылыуҡай - 2021" үтте.

Кисә Биксән урта мәктәбенең "Тирмәкәй" мәктәпкәсә төркөмөндә бик күңелле, сағыу конкурс - "Һылыуҡай - 2021" үтте.
4 йәштән 6 йәшкә тиклемге 8 ҡыҙ үҙҙәренең матурлыҡтарын, тапкырлыҡтарын, етеҙлектәрен, наҙлылыҡтарын күрһәттеләр. Абруйлы жюри һылыуҡайҙарҙың сығышын баһаланы.
Һылыуҡай тажын 6 йәшлек Әминә Баротова яуланы. "Йәш һылыуҡай" исемен Гүзәл Килдегужина менән Амелия Шәмсетдинова бүлеште. Ҡалған 5 һылыуҡай төрлө номинацияларға лайыҡ булдылар. Һылыуҡайҙарға дипломдар һәм матур бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас