Бөгөн Ихтирам һәм Баязит улдарымды (һеңлемдең улы) мәктәптән алған саҡта магазинға һуғылдыҡ... Нимә теләйһегеҙ - шуны һорағыҙ, тинем. Улар бер тауыштан "туңдырма" тинеләр. Туңдырма ялай - ялай атлайҙар былар. "Һеҙҙең өсөн йома нимә ул?" тим. Ихтирам, өсөнсө класс уҡыусыһы: "Ниһайәт ял етте, урррааа!" - тип яуаплай. Беренсе класта уҡыған Баязит иһә: "Әсәй менән бергә булыу" - ти...
Малайҙар менән шаярып һөйләшә - һөйләшә барған саҡта курсташым Гөлнара Хәлфетдинованың шиғыры иҫкә төштө...
ИР БАЛА
Ҡалайтаһың, ир затынан булғас,
Гел аҡ һөлгө булмаҫ ҡулында.
Ҡым-ғырыйға ҡаршы торор саҡта
Һөңгөһө лә булыр улымдың.
Ҡылысын да ҡайсаҡ ҡайрап алыр,
Сыйып алыр һауа битен дә.
Үҙ-үҙенән ҡайсаҡ ҡурҡып китер,
Ҡәһҡәһәнән – ҡурҡмаҫ бөтөнләй.
Ҡалайтаһың, ир затынан булғас,
Таянмаҫ гел ап-аҡ мендәргә.
Ҡорҙаш, ултырҙаш та, хеҙмәттәш һәм
Сәптәш булыр әллә кемдәргә.
Утҡа инеп китер кәрәк саҡта,
Теле бешер, бешер устары.
Эше бешер – үҙе беше булһа,
Кеше булһа яҡын дуҫтары.
Ҡалайтаһың, ир затынан булғас
Гел аҡ билбау булмаҫ билендә.
Намыҫтары ғына аҡтан булһын,
Ныҡ торһон гел, шуны белһен дә...
Малай, егет, атай һәм олатай
Булғанда ла ҡалһын эйәрҙә.
Ата-баба рухын тотһа улым,
Ир-аҙамат бит ул, тиерҙәр.