Мәҙәниәт
23 Апрель 2021, 14:55

Онотма

Балам, бында ярлы ла юҡ, бай ҙа юҡ,Ҡояш та юҡ, яңы тыуған ай ҙа юҡ.Минең өсөн илама, уттар йотма,Тик хәйер бирергә генә онотма.

Балам, бында ярлы ла юҡ, бай ҙа юҡ,
Ҡояш та юҡ, яңы тыуған ай ҙа юҡ.
Минең өсөн илама, уттар йотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма.

Балам, бынан бер кем дә ҡайтҡаны юҡ,
Ҡайтыр юлдарҙы эҙләп тапҡаны юҡ.
Мине көтөп, аш-һыуыңды һыуытма,
Тик хәйер бирергә генә онотма.

Балам, бында ҡағыҙ ҙа юҡ, ҡәләм дә юҡ,
Яҙа алмайым һиңә хат та, сәләм дә.
Шулай булғас,һин миңә үпкә тотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма.

Хәйер бирһәң, киңәйер тар ҡәберем,
Ҡәберҙә артыр минең дә ҡәҙерем,
Фәрештәләр килеп белер хәлемде,
Улар уттан һыуҙан һаҡлар тәнемде.

Хәйер бирһәң емерелмәҫ ләхетем,
Шунан да ҙуры бар микән бәхеттең.
Кәбер булһа ла донъя көткәндәргә
Ләхет ул мәңгелек йорт - киткәндәргә.

Хәйер бирһәң,йомшарыр ятҡан ерем,
Яҡтырып,балҡып китер минең гүрем.
Төҫ ташламаҫ әхирәт күлдәгем дә,
Көтөп алыр ҡыямәт көндәрендә.

Хәйер бирһәң, еңеләйер тупрағым.
Балам, һиңә ни әйтәйем тағы ла?
Һаран була күрмә бер үк хәйергә,
Унан башҡа бер ни кәрәкмәй гүрҙә.
Читайте нас