22 апрель көнө Маҡар урта мәктәбе менән берлектә күркәм сара – Башҡортостаныбыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, һәр кем күңелендә тетрәндергес хистәр уятҡан “Бөйрәкәй” пенталогияһының авторы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән йылы осрашыу үтте.
Яҙыусы үҙ тормошо юлынан ҡыҙыҡлы, фәһемле хәл ваҡиғалары тураһында һөйләһә, уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ентекле яуап алдылар. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының башҡорт ҡатын–ҡыҙҙарына хас булған изгелек, түҙемлелек, әҙәплелек, йыйнаҡлыҡ, тыйнаҡлыҡ кеүек сифаттарҙың ҡатын–ҡыҙ яҙмышына йоғонтоһо тураһындағы фекерҙәренән уҡыусылар үҙҙәренең киләсәге өсөн фәһемле кәңәштәр алдылар.
Эйе, күп йылдар үтер, һыуҙар ағыр... Әммә яҙыусының һүнмәҫ ижады, милләтебеҙҙең бәҫен байытып, киләсәгебеҙҙе тағы ла нурлар, балҡытыр әле...