Мәҙәниәт
22 Апрель 2021, 02:50

Наҙым

Ҡырыҫыраҡ беҙҙең халыҡбашҡорт ҡыҙҙарын әйтәм.Һөйөүебеҙ йөрәк тулыәйтәбеҙ ме һуң "һөйәм"?

Ҡырыҫыраҡ беҙҙең халыҡ
башҡорт ҡыҙҙарын әйтәм.
Һөйөүебеҙ йөрәк тулы
әйтәбеҙ ме һуң "һөйәм"?
Наҙлы һүҙгә һараныраҡ
сабыр беҙҙең ҡатындар.
Йылы һүҙгә ялҡауыраҡ
эштә шундай уңғандар...
Быуат-быуат килә ҡылыҡ
үҙгәрергә кәрәктер.
Ҡыҙ баланы бәләкәйҙән
өйрәтергә кәрәктер.
Минеке лә йоҡлап китте
ҡолағына әйтәйем...
Бөркөтөм һин, матурым һин
бары һине теләйем.
Мөхәббәтем,йәнем бит һин
һулар һауам, йондоҙом.
Ай-ҡояшһыҙ йәшәу бармай
һин дә минең офоғом...

Читайте нас