Туғандарың булыу - оло бәхет,
Кәңәшсе лә улар, терәк тә.
Минекеләй яҡшы туғандар бит
Был донъяла әле һирәк тә.
Ярай әле яҡын туғандар бар,
Айырмаһын беҙҙе Хоҙайым.
Бәлә-ҡаза һеҙҙе урап уҙһын,
Биреп торһон тормош яҡшыһын.
Тигеҙлектә матур йәшәгеҙ һеҙ,
Балаларҙан күреп изгелек.
Сәләмәтлек, күңел тыныслығы,
Бәхет теләйем һеҙгә мин иң элек.
Бала хәсрәттәре, яңғыҙлыҡты,
Күрһәтмәһен Хоҙай бер кемгә.
Бер йоҙороҡ булып, туғандарым,
Һөйөнөп йәшәйек әле һәр көнгә.