Мәҙәниәт
21 Апрель 2021, 05:35

“Аҡ ҡайынлы донъям” саҡыра

Апрель аҙағында муниципаль районда “Аҡ ҡайынлы донъям” шиғыр һөйләүселәрҙең ҡала-район конкурсы үтәсәк.

Апрель аҙағында муниципаль районда “Аҡ ҡайынлы донъям” шиғыр һөйләүселәрҙең ҡала-район конкурсы үтәсәк.
Сара билдәле башҡорт шағиры, яҡташыбыҙ, һигеҙ шиғырҙар, мәҫәлдәр, йыр һәм поэмалар йыйынтығы авторы Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнала. Конкурста ҡатнашыусылар 15-30 йәшлектәр һәм 30 йәштән өлкән булғандар төркөмдәренә ҡарап бүленә. Улар яттан рус йәки башҡорт телендә шағирҙың (5 дүрт юллыҡтан да күп булырға тейеш түгел) бер шиғырын һөйләргә тейеш.
Ғаризалар 23 апрелгә тиклем Үҙәк китапханала (Ишембай ҡалаһы, Революция урамы, 6-сы йорт) йәки ishbibl-oo@mail.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34794) 4-20-78, 3-12-24.
Конкурс 28 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана.

Читайте нас