Конкурста алты егет ҡатнашасаҡ, улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа бар. Быға тиклемге этапта егеттәр спорт өлкәһендә көс-таҫыллыҡтарын күрһәтһә, финал өлөшөндә үҙҙәре менән таныштырыуҙан тыш төрлө ижади бәйгеләрҙә оҫталыҡтарын һынаясаҡ.