Ысынлап та, үҙҙәренә һәр саҡ уңышһыҙлыҡ юраған, ауырыйым да ауырыйым, хәлем ауыр, тегенеһе барып сыҡмай, быныһы барып сыҡмай, мин бәхетһеҙ инде, тип үҙен йәлләтеп йөрөгән кешеләрҙең уңышҡа өлгәшкәнен күргәнем булманы.
Үҙ көсөңә ныҡлы ышаныс, оло маҡсат һәм булырлыҡ нимәгә өмөт, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Үҙ көсөңә ышанһаң — еңәһең. Ә икеләнеүле, ышанысһыҙ уйҙар кешене баҫа, уңышһыҙлыҡҡа һөйрәй.
(М. Бураҡаева "Арғымаҡ")