Мәҙәниәт
20 Апрель 2021, 12:15

Бәйге тотто йәш сәсәндәр

Уҙған йома ҡалабыҙҙың Мәҙәниәт йортонда муниципаль район ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән "Урал батыр вариҫтары" әҙәби-ижади конкурсы үтте. Был сара 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү һәм "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теле тураһында" закон сиктәрендә ойошторолдо.

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә 6-17 йәштәрҙәге 42 бала ҡатнашты.
- Районыбыҙҙа "Урал батыр вариҫтары" әҙәби-ижади конкурсын үткәреү йолаға әйләнәсәк. Ике ҡапма-ҡаршылыҡлы көс – изгелек һәм яуызлыҡ тураһында бәйән иткән әҫәрҙе яттан һөйлау буйынса яңынан-яңы йәш таланттар асасаҡбыҙ, - тип белдерҙе муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Әлфиә Тимербулатова.
Автор фотолары.
Читайте нас