Мәҙәниәт
19 Апрель 2021, 17:38

Туғаны булмаған кеше...

Туғаны булмаған кешеЯҡлаусыһыҙ, терәкһеҙ.Яңғыҙлыҡтан ыҙа сигә,Үҙен тоя кәрәкһеҙ.

Туғаны булмаған кеше
Яҡлаусыһыҙ, терәкһеҙ.
Яңғыҙлыҡтан ыҙа сигә,
Үҙен тоя кәрәкһеҙ.
Туған туған булып ҡала,
Йән тартмаһа, ҡан тарта!
Үҙ туғаның ҡулын һуҙһа -
Йәшәүгә өмөт арта.
Туғанлыҡ ебен өҙгәндәр
Кермәйҙәр ожмахҡа ла,
Онотма туғанды! Яҙмыш
ҡайҙарға ташлаһа ла!
Туғаның булыу - бәхет ул,
Тормошоңда - ҙур терәк !
Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла
Кешегә туған кәрәк!


Читайте нас