Мәҙәниәт
17 Апрель 2021, 06:50

Яҙҙар еткәс ҡоштар менән бергә...

Яҙҙар еткәс ҡоштар менән бергәҡайтам әле тыуған яҡтарыма.Атам - әсәм ҡорған оябыҙға,бер ҡайғыһыҙ бала саҡтарыма.

Яҙҙар еткәс ҡоштар менән бергә
ҡайтам әле тыуған яҡтарыма.
Атам - әсәм ҡорған оябыҙға,
бер ҡайғыһыҙ бала саҡтарыма.

Бер кем көтмәй унда мине хәҙер
тәҙрәләрҙә уттар балҡымай.
Төтөн сыҡмай инде мөрйәләрҙән,
- Ҡайт, балам, - тип әсәм саҡырмай.

Ҡайтыр ерем барҙа ҡайтам әле
ҡоштар менән бергә, талпынып.
Унда көтә атам - әсәм рухы
Унда минең ғәзиз тыуған йорт.


Читайте нас