Мәҙәниәт
17 Апрель 2021, 11:21

Күп кәрәкме?

Күп кәрәкме икән миңә,Донъяла йәшәр өсөн?Алтынға тиң күҙҙәрем барКүрергә тормош төҫөн.

Күп кәрәкме икән миңә,
Донъяла йәшәр өсөн?
Алтынға тиң күҙҙәрем бар
Күрергә тормош төҫөн.

Тын алам бит һауа һулап,
Тағы ни кәрәк артыҡ?
Тик рәхмәтле булған һайын
Бәхетем тора артып.

Көнләшмәйем кешеләргә,
Һәр беренең үҙ юлы,
Иң мөһимө, йөрәк булһын
Ихласлыҡ менән тулы.

Күп кәрәкме икән миңә
Бәхетле булам тиһәм?
Етә һәр саҡ Хоҙайыма
Түбән башымды эйһәм.

Кемдер әйтер морон сөйөп:
Был донъя - ул ҙур байлыҡ,
Юҡ шул, дуҫым, дөрөҫ түгел,
Донъя бит ул бер айлыҡ.

Ҡарайым да тормошома,
Шатлыҡҡа тула аңым,
Хоҙай ғына биреп торһон
Ҡояшлы, яҡты таңын.


Читайте нас