Мәҙәниәт
15 Апрель 2021, 03:58

Зәңгәр томандар артында

Бына тағы китәм алыҫтарға,Тыуған яғым, һинән айырылып.Тыуған яғым, һинән айырылып,Һөйгәнемде һиндә ҡалдырып.Тыуған яғым, һинән айырылып,Һөйгәнемде һиндә ҡалдырып.

I.
Бына тағы китәм алыҫтарға,
Тыуған яғым, һинән айырылып.
Тыуған яғым, һинән айырылып,
Һөйгәнемде һиндә ҡалдырып.
Тыуған яғым, һинән айырылып,
Һөйгәнемде һиндә ҡалдырып.
Ҡушымта:
Зәңгәр томандар артында,
Бик алыҫтарҙа ҡалһамда,
Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп,
Тыуған яғым, һине һағынып,
Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп,
Тыуған яғым, һине һағынып,
Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
II.
Бик һағындым, тигеҙ яландарым,
Күк тирәкле Эйек буйҙарын.
Йәмле яҙҙа йөрәк елкендереп,
Шаулап үткән һабантуйҙарын.
Йәмле яҙҙа йөрәк елкендереп,
Шаулап үткән һабантуйҙарын.
Бер ҡайтаһы ине, бала сағым,
Ялан аяҡ йөргән сағыма.
Бер ҡайтаһы ине йәшлегемә,
Тәүге мөхәббәтем янына.
Бер ҡайтаһы ине йәшлегемә,
Тәүге мөхәббәтем янына.
Ҡушымта:
Зәңгәр томандар артында,
Бик алыҫтарҙа ҡалһамда,
Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп,
Тыуған яғым, һине һағынып,
Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп,
Тыуған яғым, һине һағынып,
Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
Йөрәккәйем әрнеп янғанда!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас