Көрткә батҡан ауыл өйҙәренең
Мөрйәһенән төтөн сыҡмай хәҙер.
Шырпы һыҙһаң, зәңгәр яғыулығың
Бүлмәләрҙе йылытырға әҙер.
Ауыл табынында боронғоса
Һый-хөрмәттәр кәмей бара кеүек.
Өҫтәлдәрҙә – ҡала ризыҡтары,
Әҙер аш-һыу, ниғмәт ҡуйыла өйөп.
Йолалар ҙа бүтәнсәрәк һымаҡ,
Заманаға ҡарап яраҡлашҡан.
Ауылдарҙың ауыллығы бөтә,
Ҡала шарттарына ҡалыплашҡан.
Яҡшы яҡҡа тормош үҙгәрһен ул,
Тик асылың, ауылым, юғалтма.
Таңдан тороп, күрше-күләнеңдең
Хәлен белешергә онотма.
Өйгә генә түгел, күңелдәргә
Бикләнмәһен ине йоҙаҡ-келә.
Кемгә ҡайғы, кемгә шатлыҡ килә –
Ауылда бит барыһы шундуҡ белә.
Тәбиғәттең ҡосағында йәшәп,
Тәбиғи ҙә булмау мөмкин түгел.
Тәпәй баҫҡан ергә башын эйеп,
Рух көсөнә эйә беҙҙең күңел.
+24 °С
Ямғыр



