Бирнә итеп әсәй биргән мендәр
үҙем менән бергә ҡартайҙы.
Хәтерләтеп ҡулға алған саҡта
ҡаҙ бәпкәһе көткән саҡтарҙы....
Талдан үргән ҡаҙ ояһын әсәй
алып сығып йәшел сиҙәмгә,
һары ғына йомшаҡ бәпкәләрҙе
ебәрә ине ергә берәмләп.
Ҡош типмәһен, оло һыуға төшөп,
ағып китмәһендәр тейер ҙә,
һаҡҡа ҡуйыр ине мине әсәй
оҙон сыбыҡ ҡулға бирер ҙә....
Йәшел сиҙәм, һары бәпембәләр
эй, матур ҙа сағы донъяның!!!
Белмәгәнмен бәпкә көткән ваҡыт -
иң бәхетле сағым булғанын....
Шөкөр, тиеп, имен үҫтеләр, тип,
эй, шатлана әсәй көҙ еткәс.
Апай-еңгәләрҙе йыйып алып
өмә яһай, бер аҙ һимерткәс.
Өлөш бүлә кисен, ҡыҙ балаға
ҡанат тейеш, тиеп, борондан.
Осор сағы еткәс берәү килеп
алып китер, тиеп, ҡулымдан.
Һаман шулай үҙ көйөн һамаҡлап
мамыҡ йыйнап мендәр тултыра.
Бирнәһеҙ ҡыҙ тигән һүҙ булмаһын
күскән саҡта ҡәйнә йортона...
Ә әлегә әсәй белмәй әле
ул мендәрҙең ниҙәр күрәһен.
Ҡыҙ ғынаһы оҙон төндәр буйы
шул мендәргә йәшен түгәһен...
Күптән инде күҙ йәштәре кибеп
етеп барам әсәм йәшенә.
Яҙҙар етеп бәпембәләр ҡалҡһа
Ҡаҙ-бәпкәләр төшә иҫемә.
Бирнә итеп әсәй биргән мендәр
өй түрендә тора һаман да.
Мендәр түрҙә, әсәй генә гүрҙә
ҡаҙҙар ҙа юҡ күптән аранда....
Йәшел сиҙәм, һары бәпембәләр,
эй, матур ҙа сағы донъяның!!!
Белмәгәнмен, бәпкә көткән ваҡыт
иң бәхетле сағым булғанын.