Әсәй еләк йыя, хәлдәр йыя-йыя,
Күбәләктәр осоп йөрөгән болонда.
Шул болонда ҡолон кеүек минең ҡыҙым
Еләк йыйып йөрөй янымда.
Тәлгәш һайын еләк бешеп еткән бигерәк,
Ҡыҙылы ла тәмле, тәмле алы ла.
Тәлгәштәре һиндер, еләге ул миндер,
Шундай рәхәт әсәй янында.
(Шундай рәхәт бергә сағында)
Еләк етә-етә, үҙе өҙөлөп төшә,
Еткән тәлгәштәре ҡыҙылдан-ҡыҙыл.
Өҙөлөп бешәһең дә, өҙөлөп төшәһең дә,
Тормошта ла шулай шул, ҡыҙым.
Еләк кеүек сағым иҫкә төштө тағын,
Еләк өҙгән ҡыҙыма ҡарап торҙом да.
Минең әсәй күңелен, еләк кеүек ғүмерен
Матур үтер минең ҡыҙым да.