Кемдер юғалта мәңгегә,
Кемдер айырыла.
Рәхәт түгел бер кемгә лә,
Ҡанат ҡайырыла.
Ауырыуҙарҙан дауалар бар,
Яңғыҙлыҡтан юҡ.
Көндөҙ ҙә нисек тә үтә,
Төндә йәндә ут.
Ҡаршы тороп була әсе елдәргә,
Ҡаршы тороп булмай яҙмышҡа.
Рәнйетмәгеҙ яңғыҙҙарҙы,
Һүҙ әйтмәгеҙ яңғыҙҙарға
Уйлап та, яң(ы)лышта.
Йәлләүҙәргә мохтаж түгел яңғыҙҙар,
Яңғыҙ хәленә керәм тип, яңлышма.
Күптәрҙең бит йөрәктәре тормошта,
Яңғыҙ була парлап ҡанат ҡағып та.
Иңгә һалыр баштар һыңар меңдәрҙә,
Ай нурҙары сағыла йәшлек күҙҙәрҙә.
Яңғыҙҙарға яңғыҙ йәндәр ҡушылһын,
Фанилыҡта һәр кем бәхетле булһын.
+28 °С
Болотло



