1) Һаҡлаһаң һаҡламаһаң да
Кейемдәр туҙа икән.
Нисек итеп йәшәһәң дә,
Ғүмерҙәр уҙа икән.
Ҡушымта:
Ҡыштар уҙа, йәйҙәр уҙа,
Ағыштарын һиҙмәйбеҙ.
Хоҙай күпме ғүмер биргән,
Беребеҙҙә белмәйбеҙ.
2) Йәшәйексе һәммәбеҙҙә
Матурлыҡ күреп кенә.
Бүләк булған һәр миҙгелдең
Ҡәҙерен белеп кенә.
3) Тормош булғас төрлө саҡтар
Тура килә үтергә.
Ғүмер йомғағын бергәләп,
Яҙһын ине һүтергә.
Ҡушымта:
Ҡыштар уҙа, йәйҙәр уҙа,
Ғүмер көҙҙәре етә.
Аңлашып, һөйөп-һөйөлөп,
Йәшәүҙәргә ни етә.