Мәҙәниәт
9 Апрель 2021, 02:26

ҺҮҘ КӨСӨ

Тән яраһы уңалыр ул, балам,Үҙ ямауы уның үҙендә.Тел яраһы сикһеҙ ауыр яра -Йөйө ҡала барыбер күңелдә.

Тән яраһы уңалыр ул, балам,
Үҙ ямауы уның үҙендә.
Тел яраһы сикһеҙ ауыр яра -
Йөйө ҡала барыбер күңелдә.

Һүҙ ҡылыстан үткер ҡорал, балам,
Онтай, ҡыра, вата, бөтөрә.
Өмөтлө лә итә, бәхетле лә,
Ҙурлай һине, күккә күтәрә.

Һүҙ ҡайһы саҡ бысаҡҡа тиң, балам,
Бәғер телә - шундай аяуһыҙ...
Йылан кеүек, йөрәктәрҙе саға,
Ҡаяуы юҡ, саға ҡаяуһыҙ.

Тел тылсымға, мөғжизәгә эйә -
Һөйҙөртә лә һине, көйҙөртә.
Күңелдәргә ағыу булып кереп
Дуҫлыҡ ҡәлғәләрен емертә.

Һүҙҙәреңде үлсәп һөйлә, балам,
Телең өсөн һине һөйһөндәр.
"Сәсән телле, изге, матур һүҙле -
Үҙебеҙҙең башҡорт," - тиһендәр.

Читайте нас