Мәҙәниәт
8 Апрель 2021, 15:29

Күңелем нағыштары

Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә 12 марттан 2 апрелға тиклем “Күңелем нағыштары” тип аталған ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙоҡ.

Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә 12 марттан 2 апрелға тиклем “Күңелем нағыштары” тип аталған ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙоҡ.
Күргәҙмәнең авторы Баимова Роза Фәрит ҡыҙ бик оҫта апайҙарыбыҙҙың береһе. Тамаша залы уның ҡул эштәре менән биҙәлде — стенала тамбурлы сигеү ҡулланып башҡорт орнаменты менән биҙәлгән таҫтамалдар, ырғаҡ энә менән бәйләнгән келәм эленде, урындыҡ һәм иҙәнгә сағыу биҙәктәр төшөрөлгән балаҫтар, сәскәләр сигелгән өҫтәл япмалары күҙҙең яуын алып торҙо.
Роза апай Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре ойошмаһында ла һәм “Юрматы” халыҡ фольклор ансамблендә лә сығыш яһарға өлгөрә. Ошо күргәҙмәне эшләргә тип мин оҫтаның өйөнә юлландым. Роза апай ғәҙәттәгесә йылмайып ҡаршы алды. Өй эсендә бөхтәлек, зауыҡ менән биҙәлгән ултырғыс, диван-кресло япмалары, күлдәк-кофталар, бәйләнгән ойоҡбаштар. Һәр әйберҙә оҫтаның күҙ нуры, ҡул йылыһы, күңел матурлығы күренә, былар барыһыла хужабикәнең уңғанлығы тураһында һөйләй. Шулай булмай ни, сөнки бер юлы ике төрлө эш башҡара апайыбыҙ: өҫтәлдә түшелдерек эшләнә башлаған, ә ҡулында ырғаҡ энә менән бәйләнгән өҫтәл япмаһын тамамлап килә. Мин аптырап: "Был эштәргә нисек ваҡыт еткерәһегеҙ?" – тим.

- Бер генә минутымды ла бушҡа үткәрмәйем, нимә лә булһа эшләргә, ижад итергә тырышам. Ошо ҡул эштәрем үҙемә илһам, йыуаныс, ҡәнәғәтлек бирә. Ҡул эштәремде күберәк бүләк итәм, - тип йылмая Роза апай.
Бына ике-өс йыл элек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме ҡашмауҙы, түшелдеректе эшләргә өйрәнеп алған. Ошо биҙәүестәргә тәңкә-аҡсаларҙы иптәше Барис ағай төйөп бирә икән. Яныңда һине аңлап торған кешең булыуы ла үҙе ҙур бәхет бит ул! Йәйҙәрен Роза апайҙың баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Күңеле менән матур кеше генә шундай гүзәллек тыуҙырып, кешеләргә лә матурлыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ өләшеп йәшәйҙер ул!
Читайте нас