Мәҙәниәт
8 Апрель 2021, 02:00

Хоҙай яҙғандарҙан булмаһа ла үтеп...

Хоҙай яҙғандарҙан булмаһа ла үтепБер теләкте килә теләйһе.Оҙон ғүмер бирсе балаларғаСәләмәтлек өйөп һин бирсе.

Хоҙай яҙғандарҙан булмаһа ла үтеп
Бер теләкте килә теләйһе.
Оҙон ғүмер бирсе балаларға
Сәләмәтлек өйөп һин бирсе.
Яҙмыштары мәрхәмәтле булһын,
Тәүфиҡтарың ғына алмаһын.
Ғәзиз әсәләрҙең йөрәккәйе,
Яраларҙан әрнеп янмаһын.
Өҙөлмәһен бала ғүмерҙәре,
Бөрөләнеп сәскә атҡанда.
Нурҙар сәсһен көләс йөҙҙәрендә,
Әсәләре һөйөп баҡҡанда.
Үтә әле Хоҙай теләгемде,
Балаларға бәхет, тәүфиҡ бир
Сәләмәтлек, оҙон ғүмерҙәрҙе
Юлдарына гөлдәр итеп үр.
Хоҙай яҙғандарҙан булмаһа ла үтеп
Һорайым әле тағын бер теләк
Бала ҡайғыһынан арала, һин
Ҡайғыларҙан янмаһын йөрәк...

Читайте нас