Минһеҙ юлға сыҡһаң, үҙең менән
Минең фатихамды алып кит,
Маяҡ булып һине саҡырыр ул –
Үтер юлың ауыр, алыҫ бит!
- Хәйерле юл! – ошо һүҙем менән
Емерелер кәртә-ҡулсалар,
Ҡалҡан булып һине ҡаплап барыр,
Изге доға булып ҡурсалар…
Аңың бер үк уяу, асыҡ булһын,
Йоҡо ҡапламаһын күҙеңде,
Хызыр Ильяс һиңә юлдаш булһын,
Минең өсөн һаҡлап үҙеңде.
Юлың изге булһын! Алға ҡара!
Иҫәпләмә күпме үткәнде,
Һин онотма юлдың аҙағында
Һине яратҡандар көткәнде!
Йәшел уттар янһын! Арымаһын
Һинең рулде тотҡан ҡулдарың,
Имен-аман йөрө! Тотҡарламай,
Тура алып ҡайтһын юлдарың!
+24 °С
Ямғыр



