Мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 08:27

Мин бәхетле әсә! Балам тыуҙы...

Мин бәхетле әсә! Балам тыуҙыКүңелем күктең ете ҡатында.«Биссмилла»лап ҡулдарыма алдым,Күҙҙәренә наҙлап баҡтымда.

Мин был шиғырымды ауырыу бала тәрбиәләгән көслө рухлы, мәрхәмәтле, изге күңелле әсәләргә бағышлағым килә. Иҫ киткес сабырлы, түҙемле, матур киләсәккә өмөт-ышанысын юғалтмаған, ғәзиз балаһы һау-сәләмәт булһын өсөн йәнен бирергә лә әҙер бер йәш әсә яҙмышынан...

Мин бәхетле әсә! Балам тыуҙы
Күңелем күктең ете ҡатында.
«Биссмилла»лап ҡулдарыма алдым,
Күҙҙәренә наҙлап баҡтымда.
Алты ағзаһы теүәл булһын тиеп,
Тәүфиҡ, ғүмер, һаулыҡ теләнем.
Аяуһыҙ ҙа яҙмыш... Киләсәктә
Ни көтәһен генә белмәнем.
Эй, хоҙайым! Ғүмер биргәнһеңдә
Тик һаулығын ниңә ҡыҙғандың?!
Күкрәгемә ҡыҫып көнө-төнө
Балам менән бергә һыҙландым.
Күҙ йәштәрем әйтерһең дә дарья,
Сабыр, түҙемлектәр һорайым.
Йыуатһам да, балам, бирешмә тип
Түҙә алмайым тағы илайым.
Ишетәһем килә, әсәй тиеп
Тәүге тапҡыр әйткән һүҙҙәрен.
Һөйөнөстән ятып үбер инем
Тәпәй баҫып киткән эҙҙәрен.
Теләр инем ғазап, әрнеүҙәрһеҙ
Һәр таңымдың һыҙылып атыуын.
Ике тамсы таң ысығы төҫлө
Күҙҙәрендә нурҙар балҡыуын.
Теләктәрем, изге доғаларым
Хоҙай тәғәлә ҡабул итһәңсе?!
Барыһына риза, тик балама
Сәләмәтлек, һаулыҡ бирһәңсе?!


Читайте нас