5 апрель - башҡорт халҡының иң боронғо йолаларының береһе - ҠАР ҺЫУЫНА БАРЫУ байрамы икән дә!
ҠАР ҺЫУЫна боронғолар март аҙағы, апрель башында сыҡҡан. Гөрләүектәр янында уйын-көлкө, йыр-бейеү, төрлө конкурстар үткәрелгән. Тәбиғәткә рәхмәтле булыу, ҡара ергә баҫыуҙы ошолай ҙурлап билдәләү - халҡыбыҙҙың миһырбанлы, бай күңелле, тәбиғәткә яҡын күркәм асылы ул!
Тап ошо ваҡыт ҡар һыуының иң таҙа, иң шифалы мәле иҫәпләнгән. Ҡар һыуынан сәй ҡайнатҡандар, сәс йыуғандар, шифаларын алып ҡалғандар. Йәш әсәләр хатта сабыйҙары сәләмәт, ныҡ булһын өсөн ҡар һыуы менән ҡойондорған.
Ауылымда ғүмер йәшәп килгән
Бар ине бит матур бер йола.
Әллә ниңә йылдар үткән һайын
Иҫемә шул төшөп тик тора.
Яҙҙар еткәс, һыртта тау битендә,
Бөткәс инде иреп аҡ ҡарҙар.
Китә инек ауыл ос яғына
Көйәнтәләр аҫҡан шуҡ ҡыҙҙар.
Ҡар һыуына көн дә килә инек,
Ала инек һирпеп енә.
Бисмилланы әйтеп, сүмес менән
Уртлай инек ипләп кенә.
Әйтеп ҡала беҙгә өләсәйҙәр:
“Оҙаҡлама, өйгә ҡайт туры.
Сайпылмайса атла күнәгеңде,
Бәхетең дә булыр туп-тулы”.
Самауырға ҡоя ҡар һыуҙарын,
Һалып ҡуя шунан күмерен.
“Үәт, быйыл да ҡар һыуҙарын эстек,
Оҙон булһын балам, ғүмерең!”
Ауылыма ҡайтһам әле һаман,
Бер яңыртып ошо йоланы.
Ҡар һыуына барғым килә минең,
Аптыратып бала-сағаны.
(Г.Көмөшбаева)
Беҙҙең "Әхирәттәр" фольклор төркөмөнөң "Ҡар һыуына" барыу йолаһына әҙерлек ваҡытынан күренештәр.