1) "Әсәй", тиеп купме йыр йырланған
Купме шиғыр юлы теҙелгән,
Сөнки юк шул әсәйҙән дә нығырак
"Балаларым", тиеп өҙөлгән.
Ҡушымта:
Нисек кенә итеп еткерәйем
Куңелдәге рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен, әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.
2) Уҙем әсәй куптән, тормошомда
Әҙ эсмәнем яҙмыш hурпаhын.
Тик hаман да, ғәзиз әсәкәйем,
Изге кәнәшеңә мохтажмын.
Ҡушымта:
Нисек кенә итеп еткерәйем
Куңелдәге рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен, әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.
3) Ғумереңде беҙгә бағышланың,
Фәрештәләй беҙҙе hаклайhың.
Ауыр сакта тоям иңдәремдә
hинең ҡулдарыңдың йылыhын.
Ҡушымта:
Нисек кенә итеп еткерәйем
Куңелдәге рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен, әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.