Ике улым - Хоҙай бүләге,
Улар тиеп тибә йөрәгем!
Ҡайҙа ғына йөр(ө)һәләр ҙә -
Һау булһындар - әсә теләге!
Әрләгән дә саҡтар булды,
Һуҡҡан булды, ҡыҙғанда -
Шулай үҫте улҡайҙарым,
Күп саҡ эштә булғанда!
Бәхетле тормош теләйем,
Яҡшы кеше булһындар.
Эш, мөхәббәт, ғаиләнән
Киләсәктә уңһындар!!!
Ҡартлыҡ аямайса килер,
Һаулыҡ та ҡаҡшар инде?
Ике улым - бик ышанам,
Шул саҡта ҡарар мине...