Мәҙәниәт
4 Апрель 2021, 04:46

Бар яҡтан да камил кеше булмай...

Бар яҡтан да камил кеше булмай,Уңай яғы була, киреһе!Матурлығы булһа, аҡылы аҙ,Булһа ла, бер донъя тилеһе!

Бар яҡтан да камил кеше булмай,
Уңай яғы була, киреһе!
Матурлығы булһа, аҡылы аҙ,
Булһа ла, бер донъя тилеһе!

Кемдер уңған, эшкә батыр була
Үҙе йырсы, үҙе бейеүсе!
Ә ғаиләлә - яман көнләшеүсе,
Йә булмаһа, хәтәр эсеүсе!

Йомарт кеше була, һараны,
Һәр тинен һанап барғаны!
Бер кемдең дә йәшәгәндә ерҙә,
Буш түгел шул тормош ҡаҙаны!

Бәхетлеһе, йәки бәхетһеҙе
Яңғыҙҙары була, етеме!
Яҙмышыңа шулай яҙылғас
Уҙып булмай инде билгеле!

Был донъяның кеме генә юҡ та,
Күпме ергә килеп киткәндәр?!
Берәү иҫәнлеккә туя алмаһа,
Аҙмы уны һатып эскәндәр?!

Хоҙай бәндәләре барыбыҙ ҙа
Яҡшыһы ла барҙыр, яманы
Кеше булып ҡалайыҡ, нишләһәк тә
Барыр инде уның ҡалғаны!

Шуға күрә ергә кешеләрҙе,
Төрлө-төрлө итеп яратҡан!
Аңлап йәшәйек ,ғәзиз ҡәрҙәштәрем,
Йәшәү булмаҫ беҙгә ҡабаттан!

Читайте нас