Т.Даянованың "Үгәй ҡыҙ" әкиәте сәхнәләштерелде. Артабан кисә ҡыҙыҡлы миниатюра-скетчтар, Гүзәл Латыпова, Әлфиә Алмакаева, Ангелина Шәфиева, Айгөл Хәйретдинова башҡарыуында дәртле, моңло йырҙар, Лилиана Шәрипова, "Зарифа" фольклор коллективының үҙенсәлекле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Юлиә Кожемякина, Светлана Ибәтуллина, Лилиана Шәрипова, Ангелина Шәфиева бар оҫталыҡтарын һалып, ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырҙылар. Тамашасылар кисәнән ял алып, күтәренке кәйефтә таралыштылар.