Мәҙәниәт
3 Апреля 2021, 11:37

Алыштырмайым

Эх, һин ауыл! Эштең күплегенәҺаман да әле һис бер сама юҡ.Көндәр буйы эшләп, аяҡ өҫтө -Арыуыңа түҙәр сара юҡ!

Эх, һин ауыл! Эштең күплегенә
Һаман да әле һис бер сама юҡ.
Көндәр буйы эшләп, аяҡ өҫтө -
Арыуыңа түҙәр сара юҡ!

Ә шулай ҙа, ҡала тормошона
Алыштыра алмайым үҙеңде.
Хеҙмәтемдең емештәрен күргәс,
Бик бәхетле тоям үҙемде.

Саф һауаһы, йәшел хәтфә үлән
Беҙҙә яҡын - ишек асыуға!
Ожмах кеүек тәбиғәтен "һатыу"
Тиң була күк ташлап ҡасыуға!


Читайте нас