Мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 01:34

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол мәҙәниәт йортонда Х.Шахбаловтың "Ҡәйнә" спектакленың премьераһы булып уҙҙы. Спектаклде "Илһам" театр студияһының етәксеһе Лилиә Хәкимова ҡуйһа, ролдәрҙе ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр әртистәре башҡарҙы.

Этҡол мәҙәниәт йортонда Х.Шахбаловтың "Ҡәйнә" спектакленың премьераһы булып уҙҙы. Спектаклде "Илһам" театр студияһының етәксеһе Лилиә Хәкимова ҡуйһа, ролдәрҙе ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр әртистәре башҡарҙы.
Әйтергә кәрәк, комедия тамашасыларға бик оҡшаны. Һәр бер ауылдашыбыҙ үҙ ролен еренә еткереп башҡарҙы. Бигерәк тә тамашасылар ҡәйнә ролен башҡарған Рәйсә апай Нәбиуллинаға һоҡланыуын белдерҙе. Ауыл халҡы 1 апрель - Көлкө көнөндә ошондай күңелле кисә бүләк иткәндәре өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, һәүәҫкәр әртистәребеҙгә ҙур рәхмәт әйтте.
Читайте нас