Мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 16:26

Ауыл хәбәрҙәре

2 апрель Маҡар ауылы китапханаһы мәктәп, музей менән берлектә “Мөғжизәле әкиәт илендә ҡунаҡта” сараһын үткәрҙек.

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы - йыл һайын бөтә Рәсәй буйынса уҙа барған акция. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында китапты популярлаштырыу маҡсаты менән үткәрелә.
2 апрель Маҡар ауылы китапханаһы мәктәп, музей менән берлектә “Мөғжизәле әкиәт илендә ҡунаҡта” сараһын үткәрҙек. Балалар үҙҙәренең яратҡан геройҙары: Ҡыҙыл ҡалпаҡ, Китап батшабикәһе, Мәскәй әбей менән осрашты. Китап байрамы – көтөлмәгән һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға, ҡыуаныслы сюрприздарға, уйындарға бай булды. Сарала «Китап уҡыусы – 2021» һәм төрлө конкурстарҙа еңеүселәр ҙә бүләкләнде.
Әкиәт иле бик күңелле булды, сөнки был байрамда белемле, тырыш уҡыусылар ҡатнашты.
Читайте нас