Мәҙәниәт
1 Апреля 2021, 18:20

ИЛЕМ.ТЕЛЕМ.ЕРЕМ. Ижади конкурс

Бөгөн Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ҡала-район уҡытыусылары араһында тәүге тапҡыр “Илем.Телем.Ерем” исемендә ижади конкурс үткәрелде.

Бөгөн Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ҡала-район уҡытыусылары араһында тәүге тапҡыр “Илем.Телем.Ерем” исемендә ижади конкурс үткәрелде.
Конкурста башҡорт телен яҡшы белгән, әммә төрлө йүнәлештә хеҙмәт һалған 45 уҡытыусы “Йыр”, “Мин - диктор”, “Милли костюм презентацияһы”, “Шиғриәт”, “Милли бейеү”, “Сәхнәләштереү” номинацияларында көс һынашты, актерлыҡ һәләтен күрһәтте.
Конкурстың маҡсаты - туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ уҡытыусыларҙың ижади һәләтен асыу.
Ысынлап та, районыбыҙҙың уҡытыусылары балаларға белем генә биреп ҡалмай, ҙур тәрбиә эшен дә алып бара. Уҡытыусы ысын мәғәнәһендә ижадсы ул: йырсы ла, бейеүсе лә, маһир һүҙ һәм сәхнә оҫтаһы ла.
Конкурсанттарҙың сығышын абруйлы жюри ағҙалары - журналист, яҙыусы, тәржемәсе, педагог, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире,Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Салауат Кәримов, яҙыусы, драматург, журналист, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, Ишембай районы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Әлфинур Яҡупова (проект авторы), методист Ләйсән Язданова, балалар һәм үҫмерҙәр һарайының “Хазина” төркөмө етәксеһе Айгөл Миңлеғолова баһаланы.
"Уҡытыусыларыбыҙҙың һәләтенә һоҡланып, шәп тамашаны кинәнеп ҡараныҡ. Был ижади конкурс мотлаҡ традицион сараға әйләнер тип уйлайым", - тине жюри рәйесе Салауат Ғайса улы Кәримов.
Читайте нас