Мәҙәниәт
1 Апрель 2021, 05:59

Апрель айына бәйле һынамыштар

Айҙың халыҡсан исеме “ҡар ҡыуғыс”, сөнки шәп ирей, гөрләүектәр аға.

Айҙың халыҡсан исеме “ҡар ҡыуғыс”, сөнки шәп ирей, гөрләүектәр аға.
1 апрелдә күктә йондоҙҙар күренмәһә, йылы көндәр көтөлә.
2 апрелдә йылғаларҙа боҙ шәп аҡһа, уңыш яҡшы булыр. Был көндә һалҡын тормаһа, ҡоштар парлашһа, йәй йылы килер.
3 апрелдә ҡояш ҡалҡҡанда нурҙары һары икән – яҡшы көндәргә.
4 апрелдә иртән ҡояш тирәләй ҡыҙыл һыҙат күренһә – йәшелсә уңышына.
5 апрелдә ҡайын һыуы күп булһа – йәй ямғырлы килә.
6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа – һыуыҡҡа.
7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.
8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай.
9 апрелдә әтәс көндөҙ ҡысҡырмаһа, ике-өс көндән яуым –төшөм көт.
10 апрелдә ҡояш ҡалҡҡанда асыҡ ҡыҙыл төҫтә булһа һәм болоттар юғалһа – ямғырға.
11 апрелдә болоттар юғары һәм шәп йөҙһә – яҡшы көнгә, аҫта икән – ямғырға.
12 апрелдә тәүге күк күкрәүе ишетелһә – йылы йәйгә.
Читайте нас