Һабаҡташтар бер мәл осрашты ла
Иҫләнеләр ғәмһеҙ үткәнде:
«Өйләндеңме әле? Туйыма кил!»
«Көтәм бына көҙҙәр еткәнде».
Тормош һуҡмағында йылғыр йылдар
Осраштырҙы олпат дуҫтарҙы:
«Хәлдәр нисек?»
«Йәшәп ятыш әле.
Үҫтерәбеҙ ҡыҙҙар-улдарҙы».
Тап булдылар тағы бер аҙҙан һуң,
Йөҙҙәр уйсан, сәстәр сал инде.
«Ҡыҙың нисек? Улың өйләндеме?»
«Ейән бағыу – иң шәп ял инде».
Ҡышҡы һуҡмаҡтарҙан килә улар.
Иңгә яуған ауыр ҡар микән?
«Һаулыҡ нисек, ҡорҙаш?»
«Кемде күрҙең?
Кемдәр иҫән, кемдәр бар икән?..»