Мәҙәниәт
30 Март 2021, 16:33

ЯҘ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ЯҘ ЕТКӘСЯҙ етеүгә ҡыйыҡтарҙанТупылдап тамсы тамды.Сана, саңғы, конькиҙарғаКаникулдар башланды.

ЯҘ ЕТКӘС
Яҙ етеүгә ҡыйыҡтарҙан
Тупылдап тамсы тамды.
Сана, саңғы, конькиҙарға
Каникулдар башланды.
(М.Дилмөхәмәтов)

ЯҘ АПАЙ
Ялҡтым инде һыуыҡ ҡыштан,
Сана шыумайым.
Яҙ апай ҡасан етә, тип
Көн дә уйлайым.
Әллә ниңә Яҙ апайым
Килмәй ҙә килмәй.
Беҙҙең һағынып көткәнде
Күрәһең, белмәй.
Уйлай торғас, мин уның да
Аңланым серен.
Ташлап китә алмай, ахыры,
Ул тыуған ерен.
(Р.Шәмсетдинова)

ЯҘҒЫ ТУҒАЙҘА
Бында күңелле
Алһыу таң тыуғас,
Саҡыра кәкүк,
Һайрай һандуғас.
Ҡояш сыҡҡанда,
Турғай йылмая,
Ҡыҙыл сәскәләр
Ут кеүек яна.
(М.Сөндөклө)

ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨНДӘ
Юҡ болоттоң әҫәре лә,
Күк йөҙө шундай аяҙ.
Йәм-йәшел үлән-ер өҫтө,
Ер өҫтөндә йылы яҙ.
Иртәнге елдәр тын ғына
Тал ботаҡтарын ҡаға,
Япраҡтарға төшкән ысыҡ
Ялтырап ергә тама.
Ҡаяла бөркөт ҡағынып
Ҡанатын ташҡа һуға,
Көн буйы күккә йөрөргә
Тәгәрәп ҡояш сыға.
(М.Кәрим)

ЯҘ
Төндәр ҡыҫҡара,
Көндәр оҙая,
Ҡояш бик иртә
Сығып, һуң байый.
Ерҙәр йәшәрә,
Үләндәр үҫә,
Иртә, кис ергә
Аҡ ысыҡ төшә.
(М.Ғафури)

ЯҘ ЕТТЕ
Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла,
Яҙ яҙлығын итә — иретә...
Ҡарҙар бөтөп, ҡара ер йәшәреп,
Һандуғастар һайрар көн етә.
Ерҙең йөҙөн, ҡара сатыр кеүек,
Ҡара болот ҡаплап ятһа ла,
Яҙ яҙлығын итте, үлән сыҡты
Көнгә ҡаршы булған баҡсала.
Ҡояш, бара торғас, еңеп сыҡты,
Ер йөҙөнә ҡарап көлдө ул,
Һалҡын ҡара болот саф ҡояштың
Көслө нурҙарына бирҙе юл.
(М.Ғафури)

ЯҘ КИЛДЕ, ЯҘ!
Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ!
Тәрән һулыш алды
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне, сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың.
Мин күҙ һалып торам болонлоҡҡа,
Һәм мин беләм: бына ошонда
Фиалка һәм ландыш булып ҡалҡыр
Беҙ һөртөнә торған хушбуйҙар.
Тағы гөрләп торор көн дә, төн дә
Киң баҫыуҙар, сиҙәм яландар.
Ырҙындарҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Һайрашырҙар кешеләр һабанда.
(Р.Ниғмәти)

ЯҘ КИЛДЕ
Зәңгәр шәлен бөркәнеп,
Беҙгә Яҙһылыу килде.
Ҡайындарға йәм-йәшел
Бөрө-алҡалар элде.
Беҙгә матур яҙ килде,
Бар тәбиғәт йәнләнде.
Умырзая күҙен асты,
Күк урманға йәм инде.
(А.Айытҡолова)

ЯҘ
Тау баштары ала-сола,
Бына шулай яҙ килә.
Гөрләүектәр гөрләп аға,
Ҡояш ҡыуанып көлә.
Сыптыр-сыптыр сыптырлап,
Көн дә беҙ һыу кисәбеҙ.
Итеккә һыу тулды ниһә,
Ботинкаға күсәбеҙ.
Шарлауыҡта йөҙҙөрәбеҙ,
Яһап ағас пароход.
Пароходта килә матрос,
Исеме уның Әхәт.
Ағас Әхәт кенә бит ул,
Яһап ҡуйҙыҡ үҙебеҙ.
Үҙе хәс тә ысын Әхәт —
Берәр килеп күрегеҙ.
(М.Хисмәтуллина)

ҠОЯШЛЫ ЯҘ
Шишмә аға сылтырап,
Нәфис талдар шаулаша.
Яҙ килгәнгә сыйырсыҡтар
Ҡыуанышып һайраша.
Аҡ умырзая болонда
Күкрәп сәскә аталыр.
Яҙҙы ҡотлап, йырсы ҡоштар
Йылы яҡтан ҡайталыр.
Ал ҡояштан бөтә ергә,
Йылы нурҙар һибелә.
Аҡ ҡайындар сағыу йәшел
Бәрхәт еләнен кейә
(А.Айытҡолова)

ЯҘ КИЛӘ
Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы,
Һынып ята талсыбыҡ.
Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға
Ҡышты ҡыумаҡсы булып.
Сыбыҡтан ҡурҡып китергә
Бармай шул ҡыш ашығып.
Ҡарғаға оя ҡорорға -
Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.
Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,
Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.
Хәҙер һыуҙар ташып инде -
Тормаҫ улар тамсылап.
Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,
Тотоп алып талсыбыҡ.
Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!
Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!
(Х.Юлдашев)

ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ
Ҡояш бер ҡараһа,
Ҡар ирей, ҡар бөтә.
Бөрөләр тулышып,
Яҙ көтә, наҙ көтә.
Тамсылар суп та суп
Ер битен үбәләр.
Ҡарҙарҙан арынып
Боҫ(о)рай түбәләр.
Тереклек донъяһы
Уянып шатлана.
Күңелдә яҙғы көн
Гел шулай һаҡлана.
(Ә.Әсәҙуллина)

ЯҘ ҺУЛЫШЫ
Яҙ һулышын һиҙенгән дә
Йылғыр йылға,
Боҙон ватып, ярһый-ярһый
Сыҡҡан юлға.
Тулҡындары ҡосағында
Боҙ талпына.
Яр ситенә төртөлә лә
Боҙ ватыла.
Күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп
Илай боҙҙар.
Һалҡын ҡышты сигендерә
Йылы яҙҙар!
(Ф.Мөхәмәтйәнов)

ЯҘ
Аҡ биләүҙән сыҡҡан сабыймы ни
Тәбиғәттең әлеге мәле!
Ер-Әсәнең наҙлы ҡосағында
Иркәләнеп үҫәһе әле...
Күҙ йәштәре даръя булып аҡһа-
Мөлдөрәмә тула йылғалар!
Илап туйғас, бер йылмайып ҡуйһа-
Яҡтырып та китә донъялар!
Бөрө-күҙен аса тал-сыбыҡтар,
Морон төртә йәшел үләндәр...
Яландарға,баҫыу -ҡырҙарына
Шифалы дым бөркөр үҙәндәр...
Ҡошҡайҙарҙың моңло ауаздары
Сафлыҡ өҫтәй беҙҙең күңелгә.
Ошо тамашаны хайран итеп
Умырзая сыҡҡан күрергә...
(М.Бикәнәсова)

ЯҘҒЫ КӨНДӘ
Салт ҡояштан көмөш нурҙар
Яуа ерҙең өҫтөнә.
Ҡыйыҡтарҙан иреп тамған
Тамсы көмөш төҫ кенә.
Өй янында бөгөн Рәжәп,
Йомарлап епшек ҡарҙы,
Олатаһына оҡшатып,
Ҡыш бабай яһап ҡуйҙы.
Ҡояш көлә. Ҡыш бабайҙың
Биле ергә бөгөлә,
Тамсы тама, әйтерһең дә,
Күҙ йәштәре түгелә.
Икенсе көн тышҡа сыҡһа,
Аптырап ҡалды Рәжәп:
Ҡыш бабайы әллә ҡайҙа
Китеп барған — вәт, ғәжәп?!
(Р.Тойғон)

ЯҘҘАР ЕТТЕ
Тағы яҙҙар етте, йәмле яҙҙар
Йөрәктәрҙең ярһыу бер мәле,
Күңелдәрҙе боҙҙай иретерлек
Әлдә, яҙым, һин бит бар әле!
Тау битләүе ҡарҙан әрселер ҙә
Йәшел елән кейер аҡландар,
Аҡ юрғанын әкрен генә йыйнап
Сәскә келәм йәйер болондар.
Ҡыйыҡтарҙан тамған тамсыларҙа -
Яҙғы күкрәү , сирень еҫтәре,
Сыйырсыҡтар моңо, гөрләүектәр йыры,
Йәшел болон, еләк тәмдәре!
(Р.Ғәзизова)
Эльмира Сарманаева фотоһы.
Читайте нас