27 март – Халыҡ - ара театр көнө
Һүҙем - яҡташыбыҙ, Ишембай ҡалаһында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Салауат башҡорт драма театрында баш режиссер булып эшләгән Лиана Кәбир ҡыҙы Ниғмәтуллина тураһында.
Актерлыҡ һәләте менән донъяға килгән тиҙәр ундайҙар тураһында. Ысынлап та, әле мәктәпкә төшкәнсе, дөйөм ятаҡта йәшәгәндә бала-сағаны йыйып, стенаға һүрәттәр төшөрөп, декорациялар эшләп, ултырғыстарҙан сәхнә яһап, спектаклдәр ойоштора Лиана. Ул саҡтағы ваҡиғаларҙы әле лә көлөп иҫкә ала йәш режиссер. Күңелендә театр донъяһына һөйөү шул осорҙа уҡ яралғандыр, күрәһең.
Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағас, ҡыҙ бер икеләнеүһеҙ баш ҡалаға юллана. Бәләкәйҙән театр мөғжизәһен, үҙенең булмышын тәрән аңлағанмы, ата-әсәһенең медицина өлкәһенә барырға өгөтләүҙәренә лә ҡолаҡ һалмай. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инеү менән бала саҡтағы хыялы - театр донъяһына инеп китә.
Сәнғәт академияһының режиссерлыҡ бүлеген тамамлау менән, билдәле актер һәм режиссер Олег Ханов уны үҙенең эргәһенә Салауат драма театрына эшкә саҡыра. Хеҙмәт юлының тәүге көндәренән үк Лиана үҙен бер юлы актер ҙа, режиссер ҙа булараҡ таныта. Фантазияға бай йәш режиссер рус һәм башҡорт телдәрендә ҡыҙыҡлы спектаклдәр сәхнәләштерә. Режиссер булараҡ “Бесәйҙең өйө”, Солтан батша тураһында әкиәт” (А.Пушкин), “Өс сусҡа балаһы” (З.Сөләймәнов), “Золушка” (Д.Голубецкий) һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәре әҙерләй. Башҡарған ролдәре лә бихисап. “Ете ҡыҙ”ҙа - Нәғимә Дәүләтшина (Н.Асанбаев), “Боронборон заманда” ла – Көмөшбикә (М.Багаев), “Ҡыҙҙар килде ауылға” ла – Кинйәбикә (Н.Ғәйетбаев), “Мөхәббәт күле”ндә – Сәкинә (М.Багаев) һәм башҡалар. Йырға, бейеүгә оҫталыҡ, режиссерлыҡ эшенә һәләт - барыһы ла бер кешелә ҡайҙан килгән? Был һорауға яҡташымдың яуабы ошолай булды:
- Нәҫелдәндер, тип уйлайым. Ике яҡтан да, бигерәк тә атайым яғынан, таланттар күп, - ти ул.
Лиана һәр саҡ эҙләнеү, ижад юлында. Сәхнә, театр – уның икенсе йорто тиһәм дә хата түгел. Үҙ эшенә етди ҡараған, талапсан, ныҡышмал булғанға ла ошондай яуаплы вазифаны алып бара алалыр. Уның һәр ижади эше тамашасы күңеленә үтеп инерлек. Яңыраҡ ҡына Лиана Кәбир ҡыҙы сәхнәләштергән Н.Мусиндың “Ғүмерҙең бер мәле” спектаклен дә халыҡ бик яратты. Театр көнө менән һәләтле яҡташымды ҡотлап, уға артабан да ижад донъяһында ҡайнап йәшәүен теләйем.