Мәҙәниәт
26 Март 2021, 10:07

Яҡташ шағирҙарҙы белеп үҫәләр

Ҡаланың балар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында Ишембайҙан сыҡҡан шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәре буйынса мәктәп уҡыусылары араһында “Күңелем түренән” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль конкурс үткәрелде.

Ҡаланың балар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында Ишембайҙан сыҡҡан шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәре буйынса мәктәп уҡыусылары араһында “Күңелем түренән” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль конкурс үткәрелде.
Ижади бәйге ике турҙа барҙы. Тәүгеһендә яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләнеләр , унда 130-ға яҡын бала ҡатнашты. Икенсе турҙа уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды, был ярышта 14 уҡыусы һәләттәрен күрһәтте.
Ижад байрамында Маҡар, Әхмәр, Түбәнге Әрмет, ҡаланың 15-се мәктәптәренән, Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайынан әүҙем ҡатнаштылар. Районда беренсегә уҙғарылған бындай конкурстың маҡсаты яҡташ яҙыусылар, шағирҙар тураһында йәш быуынға еткереү, туған телгә һөйөү уятыу.
Конкурс тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.
Читайте нас