Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәребеҙҙең эшен баһалай, ҙурлай, рәхмәт әйтә торған көн! Пандемия тип торманылар, ошо ҡатмарлы осорҙа ла улар беҙҙең тормошто йәмләй, дәртлерәк итә белде, ә күпме кешегә ирекмәнлек ярҙамы күрһәттеләр! Ауыл ерендә был бигерәк тә ололар өсөн ныҡ кәрәк ярҙам, иғтибар булды. Әйҙәгеҙ бөгөн байрам уңайынан уларға изге теләктәребеҙҙе еткерәйек!