Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Мәҙәниәт
25 Март 2021, 03:50
Көҙән тормошон гөрләтәләр
Һөнәри байрамдарҙы билдәләү - йәмғиәтебеҙҙәге матур йолаларҙың береһе. Хеҙмәт ҡаҙаныштары, кешенең тырышлығы замандаштары тарафынан баһаланырға тейеш. Календарҙа 25 март - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө етеп килгәнен белгәс, мин дә үҙебеҙҙең Көҙән ауылы мәҙәниәт йорто эшен гөрләтеүселәр тураһында яҙырға булдым.
25 март – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Һөнәри байрамдарҙы билдәләү - йәмғиәтебеҙҙәге матур йолаларҙың береһе. Хеҙмәт ҡаҙаныштары, кешенең тырышлығы замандаштары тарафынан баһаланырға тейеш. Календарҙа 25 март - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө етеп килгәнен белгәс, мин дә үҙебеҙҙең Көҙән ауылы мәҙәниәт йорто эшен гөрләтеүселәр тураһында яҙырға булдым.
Ҙур булмаған коллективта биш кеше эшләй. Мәҙәниәт йорто директоры Айгөл Хәйретдинованың хеҙмәт юлы Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас та ошонда башлана. Хәҙер ул егерме йылдан ашыу уңышлы етәкселек итә. Һәр яҡлап килгән - оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе, талантлы сценарист, моңло йырсы ла үҙе. Уның етәкселегендә байтаҡ йылдар “Сауҡалыҡ” халыҡ театры , “Яран гөл” вокаль ансамбле эшләп килә. Ә “Торнаҡай” балалар театрында мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең артислыҡ талантын һынай. Ҡурсаҡтарҙы матур итеп техник хеҙмәткәр Айһылыу Әминева бәйләй. Бәйләргә өйрәнергә теләйһеңме? – рәхим ит Айһылыу янына, ул етәкләгән түңәрәккә. Мәҙәниәт йортонда китапханабыҙ ҙа урынлашҡан. Китапханасы Светлана Ибатуллинаның эш стажы - 31 йыл. Һәр ауылдашының китап уҡыусы булараҡ зауығын, күңел талабын аңлап тора Светлана Ғәли ҡыҙы. Етмәһә үҙе ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе, оҫта бейеүсе, ҡумыҙҙа уйнай, матур итеп һүрәт төшөрә. Бер генә саранан да, йәмәғәт эштәренән дә ҡалмай, дәрте, егәрлелеге күптәргә өлгө.
Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ангелина Шәфиеваның Башҡорт дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлап эшләй башлауына бер йыл булмай әле, тәжрибәле, һәр яҡтан булдыҡлы хеҙмәттәш апайҙары уға ҙур таяныс. Ҡыҙҙың артислыҡ талантына барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ. Ангелина Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында
ситтән тороп уҡый. Яңы ғына 2-се курс өсөн сессияны уңышлы тапшырып ҡайтты. Бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөүсе, йырға һәм бейеүгә оҫта техник хеҙмәткәр Гүзәл Әхмәтшинаны ла маҡтап әйтеп үткем килә. Мәҙәниәт йортобоҙҙа ысындан да мәҙәниәт һөйгән дәртле кешеләр тупланған! Ҡыҙҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уларға яратҡан эштәрендә ҙур уңыштар, бәхет, сәләмәтлек теләйбеҙ. Артабан да илһам шишмәләрегеҙ урғылып ташып торһон. Һеҙҙән яңы ҡыҙыҡлы сценарийҙар, күңелле кисәләр көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"