Мәҙәниәт
25 Март 2021, 13:28

Күңелдәргә матурлыҡ өләшәләр

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан байрам тантанаһы үтте.

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан байрам тантанаһы үтте.
Ҡала һәм районыбыҙҙа уҙғарылған һәр сараның уртаһында булған был һөнәр эйәләре халыҡты матурлыҡҡа өндәй, күңелдәргә рух өләшә.Хеҙмәт алдынғыларына төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләүҙәрҙе сәхнә оҫталарының йыр-бейеүҙәре алмаштырҙы. Һөнәри байрам көнөнә бик матур бүләк тә әҙерләнгәйне. Тантана һуңында Фәнис Кәримовтың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналған “53-сө” тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмының премьераһы күрһәтелде. Тәрән йөкмәткеле фильм аҙағында тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы, йәш талантҡа рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Автор фотолары.
Читайте нас