Ошо йылдарҙа балалар, йәштәр күңеленә бейеүгә, сәнғәткә һалған һөйөүҙе, һеҙҙең ихлас тырышлыҡты бер бизмәнгә лә һалып үлсәрлек түгел! Халҡыбыҙ мәҙәниәтен, рухын күтәреүсе һеҙ! Әлеге көндә бер түгел өс коллективты етәкләп, сағыу, дәртле халыҡ бейеүҙәр менән Ишембай данын үҫтерәһегеҙ, һеҙгә барыбыҙҙан оло рәхмәт! Һөнәрегеҙҙән уңғанһығыҙ, киләсәктә лә илһамланып ижад итергә, һоҡланғыс ғаиләгеҙ менән һаулыҡта, бәхеттә йәшәргә булһын!
Һеҙҙе тәрән хөрмәт итеп "Аҡбуҙат" , "Алтынай", һәм дә данлы "Берғамыт" ансамблдәре бейеүселәре, ата-әсәләр.