Йығылһа ла илап бармай,
Ир бала ныҡ ир кеүек.
Теймә, ватма, шаярма,
Тыйыуҙар күп, ирке юҡ.
Ирекһеҙләп имгәк яһай
Тел ярайһы - йәбер ҙә.
Ир баланы рәнйетмәгеҙ,
Тиң күрегеҙ һәр ерҙә.
Сәңгелдәктән батырым, тип,
Яратығыҙ, ҡаҡмағыҙ.
Ир баланы хур итмәһен
Бер яңылыш хатағыҙ.
Уның да бит күкрәгендә
Йөрәге бар, кес кенә.
Асыу әсеп, йыйылмаһын
Шул йөрәктең эсенә.
Иркәләгеҙ, һөйөгөҙ,
Иркәләтһәң, ирмәк ул.
Наҙ татыған төйәгенә
Йәнен ярып бирмәк ул.
Кәңәш биреп йөрөгөҙ
Ата-бабалар ише.
Һаулыҡ теләп үтегеҙ,
Уң булһын һәммә эше.
Тынғыһыҙ йән, тиктормаҫ
Ир бала тигән кеше-
Буласаҡ батыр кеше.