Мәҙәниәт
23 Март 2021, 04:00

Изге күңелдән!

Мәләүез районының Апас ауылында тыуып-үҫеп, Ишембай ҡалаһында ғүмер итеүсе һөйөклө әсәйебеҙ ИШКИНИНА Рәйсә Сәйфулла ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Мәләүез районының Апас ауылында тыуып-үҫеп, Ишембай ҡалаһында ғүмер итеүсе һөйөклө әсәйебеҙ ИШКИНИНА Рәйсә Сәйфулла ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙерхөрмәтен күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөп-иркәләп, бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп, муллыҡта-барлыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын.
Йәшәләсәк һәр яңы көнөң тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә килтерһен, яҡындарың иҫән-һау, донъяң имен, бәхетле мәлдәрең күп булһын.
Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,
Алдарыңа таждар сәсәйем.
Ғүмеремә һиңә бурыслымын,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!
Бейек күктән йондоҙҙарҙы урлап,
Һиңә генә бүләк итәйем.
Йондоҙҙар ҙа хатта бурысымды
Ҡаплап бөтә алмаҫ, әсәйем...
Әсәй, әйҙә, ғүмер үтһә үтһен,
Йәшә әле, йәшә, йөҙгә ет.
Шатлыҡ, бәхет, ҡыуаныстар менән
Һау-сәләмәт булып ғүмер ит!
Балаларың.
Читайте нас