Мәҙәниәт
23 Марта 2021, 07:44

Изге күңелдән!

Ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ, тыуған ауылы Әрметрәхимдең бер таянысы, дәрте булған ФӘХРИЕВА Йәмилә Әнүәр ҡыҙын ғүмеренең иҫтәлекле күркәм мәле - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ, тыуған ауылы Әрметрәхимдең бер таянысы, дәрте булған ФӘХРИЕВА Йәмилә Әнүәр ҡыҙын ғүмеренең иҫтәлекле күркәм мәле - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тырыш, дәртле, түҙемле холҡоң, ярҙамсыллығың күптәргә өлгө, Йәмилә! Бар туғандарың һиндә ярҙам, терәк, аҡыллы кәңәш тоя. Күп йылдар Әрметрәхим ауылы мәҙәниәт йортон етәкләү дәүерендә һин, ысынлап та, ауылыңдың бер таянысына әүерелдең, күпме өмәләр, саралар, осрашыуҙар – барыһы ла ауылың, ауылдаштарың мәнфәғәтендә бергәләп башҡарған эш. Һиңә артабан да һөнәреңдә уңыштар насип итһен!
Камил туғаныбыҙ менән бына тигән балалар үҫтерҙегеҙ, матур донъялар ҡорҙоғоҙ, әммә тормош ҙур һынауын ҡуйҙы, тигеҙ тиң олоғайырға яҙманы. Камилды юғалтыу ҡайғыларын сыҙам күтәргәнең өсөн рәхмәт. Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һин тип, тыуған йорт тип өҙөлөп тора, ошо иң ҙур бәхет! Артабан да ныҡ баҫып тормош көтөргә, яҡындарың һөйөү-хөрмәтен, дуҫтарың, ауылдаштарың ихтирамын тойоп, һаулыҡта, бәхеттә йәшәргә, эшләргә булһын!
Юбилейыңда изге, матур хистәр
Күңелеңдә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә ҡушылып.
Күпме булһа ерҙә матур теләк,
Бирһен Хоҙай һиңә барын да.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын
Һәр бер көндөң матур таңында!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Фәхриевтар, Яхиндар, Хәмиҙуллиндар, Алтынбаевтар, Әхмәтйәновтар һәм балалар.
Читайте нас