Әлдә һин бар әле, туғанҡайым,
Апайым, тип өҙөлөп тороусы.
Хәлдәремде белеп, һаулыҡ теләп,
Ярҙам ҡулдарыңды һуҙыусы.
Әлдә һин бар әле, туғанҡайым,
Бар серҙәрем һыя эсеңә.
Болоҡһоп та китһә күңелкәйем
Илап алам, ятып түшеңә.
Әлдә һин бар әле, туғанҡайым,
Килеп керһәң өйөм яҡтыра.
Самауыр ҙа йырлай көйлө генә,
Һинең ҡулдан аш та татлыраҡ.
Әлдә һин бар әле, туғанҡайым,
Йөрәк йылың тоям алыҫтан.
Араларға һалҡын ел кермәһен
Дошман һүҙе менән ялғыш та.
Әлдә һин бар әле, туғанҡайым!