Мәҙәниәт
19 Март 2021, 18:20

Ҡарттар йорто

Гөл баҡсалы матур ихаталаТуҡтап ҡалды затлы машина.Төштө әбей ап-аҡ яулыҡтарынМосолманса ябып, башына.

Гөл баҡсалы матур ихатала
Туҡтап ҡалды затлы машина.
Төштө әбей ап-аҡ яулыҡтарын
Мосолманса ябып, башына.

Әбей ҡалды, затлы был машина
Туҙан сөйөп, кире ҡуҙғалды,
Улы бит ул, шуға машинаның
Бик ҡәҙерле, хатта туҙаны.

Ике улын яңғыҙ үҫтерҙе, ул
Утыҙға ла етмәй, тол ҡалып.
"Балаларым!"- тиеп, йәшәне ул
Уҙҙы ғүмер эшләп, гел сабып.

Башҡаларҙан кәм-хур булмаһын, тип.
Түҙҙе барға, булды сабырлы.
Иҫәнлеге китте, ҡайғырманы
Ике улын итте фатирлы.

Күп уҡытты, кеше итер өсөн
Балалары инде түрәләр.
Бында ғына түгел, йыраҡтарҙа
Ике улын яҡшы беләләр.

Ул шуларҙы уйлап оҙаҡ торҙо
Ә күҙҙәре юлдар сатында,
Тағын ҡасан ғына килер улдар
Ул бит хәҙер ҡарттар йортонда.

Аңлай алмай, ник улдары ана
Үҙҙәрендә урын тапманы.
Бында килтергәнсе, ниңә улар
Әсәләрен терәп атманы.

Һирәк кенә, бына бөгөнгөләй
Үҙҙәренә алып китәләр.
Оҙаҡ тотмай, төн ҡундырмай ғына
Кире ошо йортҡа илтәләр.

Гөл баҡсалы йорттоң ишектәрен,
Әбей асты, әйтеп доғаһын.
Минең кеүек әсе яҙмыштарҙан
Башҡаларҙы Хоҙай һаҡлаһын,
Башҡаларға Хоҙай яҙмаһын...


Читайте нас